Милли кейем көнө
Февраль 19, 2023
Просмотров: 27
Милли кейем көнө – тарихыбыҙға, мәҙәниәтебеҙгә хөрмәт күрһәтеү мөмкинлеген бирә. 20 апрель - Милли кейем көнө тип иғлан ителде. Ул 2020 йылдан алып билдәләнә һәм халыҡ тарафынан да ҙур ҡыҙыҡһыныу, хуплау тапты. Ошо көнгә арналған байрамдарҙа халыҡтың ихлас ҡатнашыуы ла быға дәлил.
Башҡортостанда 160-тан ашыу милләт вәкиле дуҫлыҡта һәм татыулыҡта йәшәй. Уларҙың һәр береһенең үҙенең тарихы, йолалары, милли кейемдәре. Милли кейем көнө – тарихыбыҙға, мәҙәниәтебеҙгә хөрмәт күрһәтеү мөмкинлеген бирә, үҫеп килгән быуынға йолаларыбыҙҙың ҙур байлыҡ булыуын аңлата. Милли костюм – ябай ғына кейем түгел, оҙон тарихи юл һөҙөмтәһе. Ул - халыҡтың мәҙәниәт, тарих үҙенсәлеген сағылдырыусы быуаттар буйы һаҡланып килгән ҡомартҡы.
Шул айҡанлы, беҙҙең мәктәп музейында милли кейемгә, комартҡыларға арналған мөйөш булдырылған.
Музей етәксеһе Айгөл Рафил ҡыҙы костюм көнөнөң әһәмәте тураһында түбәндәгеләрҙе һөйләне:
- Милли костюм көнө кәрәк тигән фекерҙәмен. Беренсенән, ул төрлө милләт халыҡтарын берләштерә, берҙәмлекте нығыта. Икенсенән, милли костюмдарыбыҙҙың онотолмауына, быуындан-быуынға күсә барыуына булышлыҡ итә. Милли кейемде халыҡ уйлап тапҡан. Ул уңайлылығын да, төҫөн дә - барыһын да иғтибарға алған. Һәр халыҡтың үҙенең милли кейеме, уларҙа халыҡтың холҡо сағыла тип әйтер инем. Милли кейемдәр тегеү – ул ҙур яуаплылыҡ. Был кейемдәрҙә тарих һаҡлауын аңларға кәрәк һәм уны боҙорға ла тейеш түгелбеҙ - тине Айгөл Рафил ҡыҙы.
Һуңғы йылдарҙа милли кейемдәребеҙҙе, биҙәүестребеҙҙе тергеҙеүгә иғтибар артыуы ныҡлы тойола. Күп кенә замандаштарыбыҙҙың төрлө байрамдарға милли биҙәүестәр тағып килеүҙәре лә тарихыбыҙға ихтирам билдәһе. Был биҙәүестәрҙән күберәк ҡатын-ҡыҙҙарыбыҙ түшелдереккә иғтибарҙы күберәк бүлә. Һәм шуның өсөн дә, уның ни өсөн кәрәклеге, ундағы тәңкәләрҙең нимә аңлатҡанлығы, нимәнән һаҡлағанлығы тураһында ла әйтеп үтелде.
Бәҙретдинова Гөлназ Рәис ҡыҙы, башҡорт теле һәм әҙәбиәте уҡытыусыһы